

Яңы объект Өфөнөң Дим районын, Өфө районының Романовка, Мармылев һәм Ветошников ауылдарын, шулай уҡ Ағиҙел аръяғының төҙөлә башлаған торлаҡ комплекстарын электр энергияһы менән тәьмин итәсәк.
110 киловольт көсөргәнеш класлы “Романовка” подстанцияһы Башҡортостанда энергетика тармағындағы 372-се объект булды. Ул Ағиҙел аръяғында торлаҡ төҙөлөшөн, коммуналь инфраструктураны, етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. “Стимул” федераль программаһы сиктәрендә был перспективалы биләмәлә һыу үткәргес һәм канализация төҙөләсәк. Был 70 меңдән ашыу кеше йәшәйәсәк 2 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирә.