

"Йыл әйләнәһенә "Йәштәр" һәм "Миловка паркы" торлак комплекстары халҡы автобустарҙың булмауы йәки етмәүе тураһында күп мөрәжәғәт итте. Беҙ, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге командаһы, БР Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы менән берлектә был проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләнек. Һәм, бына ниһайәт, 2021 йылдың ноябрь һәм декабрь айҙарында "Башавтотранс" был микрорайондар аша ике яңы маршрут асты.
Тағы нимә? Ҡар яуа, юлдарҙа хәл-торош ҡатмарлы – юл насар күренә. Республикала иртә менән, ҡайһы бер райондарҙа төндән алып махсус техника эшләй.
Өфөлә 200 берәмек техника эшкә сыҡты. Беренсе сиратта, әлбиттә, үҙәк урамдар таҙартыла, ә унан һуң - ҡалғандары.
Башҡортостандың баш ҡалаһының рәсми сайтында «Ҡарлы Өфө» интерактив картаһы https://ufacity.info/sneg/ икенсе йыл уңышлы эшләп килә. Уның ярҙамында ҡарлы һәм боҙлауыҡлы урындар тураһында хәбәр итергә була.
Ғаризала ҡарлы урын һәм уға бәйле фото мотлаҡ рәүештә булырға тейеш - кадрҙа эргәлә торған бина һәм башҡа таныш ориентир булыуы кәрәк.
«Ҡарлы Өфө»нән картаһынан тыш мөрәжәғәттәрҙе:
- "Йылы Өфө" ҡала колл-үҙәгенә шылтыратып (8-347-277-09-11);
- @Ufahotbot телеграм-ботҡа яҙып ҡалдырырға мөмкин.
Республиканың һәр ҡала-район сайттарында кире бәйләнеш өсөн мәғлүмәт бар. Шулай уҡ "ҡыҙыу линия" ла эшләй.
Тағы ла транспорт тураһында. #ЦУРБашкортостан мәғлүмәт системаларына һуңғы аҙна эсендә йәмәғәт транспорты темаһы буйынса 259 мөрәжәғәт килде. Был уҙған аҙна менән 52-гә кәмерәк. Йәмәғәт транспортының эш графигы буйынса - 67, автобустарҙың һанын һәм класын үҙгәртеү буйынса - 26 мөрәжәғәт килде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Сәләм” тапшырыуында рус телендә тура эфирҙар көн һайын 8.40 сәғәттә, башҡорт телендә - шишәмбе, кесаҙна 8.10 сәғәттә бара", - тип хәбәр итте #ЦУРБашкортостан.