Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2021, 13:20

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 12 енәйәт эше асылған

Шаран районында йәшәгән пенсионер ҡатынға билдәһеҙ ир шылтыратып, инвестициялар өлкәһендә еңел табыш алыу менән ҡыҙыҡтырған. Артабан ул документтарҙың һәм банк картаһының фотоһүрәттәрен һорап алған, инвестиция яһарға - иҫәпкә аҡса һалырға күндергән. Пенсионер уның әйткәндәрен үтәп, табыш көткән. Әммә табыш урынына үҙенең исеменә кемдеңдер микрофинанс компанияла кредит алыуын белгән. Дөйөм зыян күләме илле мең һум...

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 12 енәйәт эше асылғанТәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 12 енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 12 енәйәт эше асылған

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 36 йәшлек ирҙе муттар брокер биржаларында аҡса эшләргә өгөтләгән. Кредиттар алып тороп, "аҡса эшләргә" йыйынған ир муттарҙың кеҫәһенә 1 млн 415 мең һум аҡса күсереп отолған. 

Һеҙ ҙә яңылышып ҡуймағыҙ инде, һаҡ булығыҙ!!!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас