Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2021, 19:05

Мандарин ҡабыҡтарын нимә эшләтергә?

  Был цитруслы емеште әрсегәс, ҡабыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ.

Мандарин ҡабыҡтарын нимә эшләтергә?
Мандарин ҡабыҡтарын нимә эшләтергә?

 

Мандарин ашар мәл етте. Баҙарҙа әле ниндәй генә сорттарын һатмайҙар. Был цитруслы емеште әрсегәс, ҡабыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ. Уны киптереп файҙаланырға була.

 

 

Киптерелгән ҡабыҡты сәй араһына һалып ҡуйһаң, сәй бер аҙҙан иҫ китмәле хуш еҫлегә әйләнер.

 

Кипкән ҡабыҡты ит ҡурғанда ҡушып ебәрһәң, үҙенсәлекле тәм бирә.

 

Цукаттар эшләргә була.

 

«Япон фишкаһы»: киптерелгән ҡабыҡтарҙы полиэтилен ҡапсыҡҡа тултырып, ебетеп тәнде йыуыу. Өс яҡлы файҙа — массаж, хуш еҫ һәм тире өсөн витамин.

 

Кейем шкафындағы әйберҙәрҙе  көйәнән һаҡлау өсөн ҡулланырға мөмкин.

Мандарин ҡабығы төнәтмәһен өйҙәге гөлдәргә һибәләр. Бер яҡтан ашлама ла, төрлө сирҙәрҙән дә һаҡлай.

 

Яңы ғына әрселгән  ҡабыҡтан тире өсөн шәп тоник эшләргә мөмккин. Ул тирене йәшәртә, тарта , сафландыра. Айырыуса майлы тирегә ныҡ файҙалы.

 

Уны эшләүе һис тә ҡыйын түгел:

Бер мандарин ҡабығын стаканға ваҡлап һалырға. Мандарин ҡабығының өҫтөнә ике бармаҡ ҡалынлығындай сығып торорлоҡ итеп минераль һыу ҡойорға һәм ҡараңғы һалҡын урынға бер тәүлеккә ҡуйып торорға. Бер тәүлектән ул һары төҫкә инеп, майланып торор. Һарҡытып алырға. Боҙ формаларына тултырып, туңдырырға. Көнөнә 1-2 мәртәбә битте һәм декольте зонаһын һөртөп алырға. Аҙағынан йыуырға ла, һөртөргә лә кәрәкмәй, шул көйө киптерергә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: