Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабря 2021, 05:55

Берәҙәк эттәр ҡорбаны

Кисә Өфөлә берәҙәк эттәр тешләгән ҡыҙҙы йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киләләр.

Берәҙәк эттәр ҡорбаныБерәҙәк эттәр ҡорбаны
Берәҙәк эттәр ҡорбаны

Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итәләр. Ваҡиға Производственная 2 урамында була. Урамдан үтеп барған 13 йәшлек ҡыҙға эттәр ҡорбанына әүерелә.
– Өфөнөң йәмғиәт хәүефһеҙлеге үҙәге, полиция хеҙмәткәрҙәре, Калинин районы хакимиәте һәм берәҙәк эттәрҙе тотоу хеҙмәте шунда уҡ ваҡиға урынына юлланып, тикшереү үткәрә. Бындағы шәхси секторҙар, ойошмалар һәм ташландыҡ биналарҙа рейд уҙа, – ти Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас