Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2021, 20:35

Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Үткәүелдә йоҡлап китеп, 165 мең һум аҡсаһын юғалтҡан.

Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Өфөнән 29 йәшлек ир төнгө поезд менән Һамар ҡалаһына сыҡмаҡ булып, тимер юл вокзалына килә.Әммә пландары үҙгәреү сәбәпле, билетын кире тапшырып, Мәскәүгә иртәнге поезға билет ала. Поезд ҡуҙғалырға ваҡыт күп булғас, өйөнә ҡайтып китә. Әммә туҡталышта автобус көтөп торғанда, эсергә була. Өшөгәс, ябыҡ үткәүелгә инә. Ҙур сумма аҡса ятҡан портфелен янына ҡуйып, баҫҡысҡа ултыра һәм йоҡлап китә. Уны вокзал комплексы эшсеһе уята. Тирә-яғына ҡарап, дипломатының юғалыуын күрә. Йәнә билетын тапшырып, полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Сөнки аҡсаһыҙ юлға сығыуҙың фәтүәһе юҡ, ул бит уҡыуы өсөн аҡса түләргә барырға тейеш була. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бик тиҙ аҡса урлаусының эҙенә төшә. Ул тимер юл вокзалынан китеп тә өлгөрмәгән була. Ҡариҙел районынан 56 йәшлек ир Өфөгә дауаланыу өсөн килгән. Дауаланыу процедураларын үтеү өсөн ҡалала бер нисә көн булырға кәрәк булғанлыҡтан, буш ваҡытын вокзалда үткәргән. Төндә үткәүел аша үткәндә, йоҡлап ултырған кешене күрә. Янында портфеле лә булғас, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, асып ҡарай. Шул тиклем аҡса күргәс, ҡулдары үҙенән-үҙе аҡсаға үрелә. Ҡыуанысынан бер меңенә аҙыҡ-түлек һатып ала. Ҡалғанын иһә полицейскиҙар хужаһына тапшыра. Ә кеше мөлкәтенә ҡул һуҙған кешенең 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: