

Төш ваҡытында Туймазы районында, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автоюлының 57-се саҡрымында, "ПАЗ" вахта автобусы менән "Toyota Estima" минивены бәрелешкән. "Toyota"ның водителе үлемесле яраларҙан йән биргән. Автобуста өс пассажир булған, уларҙы табиптар тикшерә. Был авария урынында ла тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Иртән туғыҙынсы яртыла Туймазы районының Николаевка ауылында 61 йәшлек ир "Hyundai Elantra" машинаһында ике йәйәүле ҡатынды тапаған. 63 йәшлек ҡатын һәләк булған, уның 30 йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
Көйөргәҙе районында иртән сәғәт һигеҙҙә Стәрлетамаҡтан ир идара иткән "Toyota Rav 4" менән Ырымбурҙан килгән "Hyundai Solaris" машиналары бәрелешкән. Дүрт кеше, шул иҫәптән биш йәшлек бала, дауаханаға оҙатылған.
Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Ҡатмарлы һауа шарттарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтә теүәл үтәгеҙ, водителдәр, ҡыумағыҙ, зинһар!
Фото: БР ЮХХДИ.