

Һүҙ мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса федераль программаға инеү өсөн документацияны йыйыуҙы тамамлау тураһында. Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әлеге ваҡытта 50 самаһы мәктәп (барлығы 365 уҡыу йорто ғариза яҙған) ремонтҡа аҡса бүленәсәк федераль исемлеккә инеү өсөн экспертизаны тамамларға тейеш. Бөтә документты йыйып тапшырыу 1 апрелгә тиклем бара.
"Күрһәтмә ваҡытында үтәлергә тейеш. Әгәр ҙә был эшләнмәһә, муниципалитеттар башлыҡтары аңлатма яҙасаҡ", - тине етди итеп Радий Хәбиров.