

Кисә көндөҙ ҡатын сиркәүҙән сығып, ҡыҙына ҡунаҡҡа юлланған. Юлда уны медицина битлеге кейгән ят ҡатын туҡтатып, һаулыҡ һорашҡас, кем менән йәшәүе тураһында ҡыҙыҡһынған. Пенсионерҙың яңғыҙ йәшәүен ишеткәс, студент ҡыҙын ваҡытлыса фатирға индереүен һораған. Оло кеше баш тартҡан. Һәм ҡатын кинәт уға, һеҙҙә көслө боҙом бар, Яңы йылға тиклем яҡты донъянан китәсәкһегеҙ, тигән. Быны ишеткән әбей бик ныҡ ҡурҡҡан. Ҡатын иһә уны тынысландырырға ашыҡҡан, йәнәһе лә, өшкөрөп, боҙомдан ҡотолорға ярҙам итәсәк, тик бының өсөн әбейҙең фатирына барырға кәрәк.
Фатирға ингәс, "имсе" тунын сисһә лә, шапкаһын һәм битлеген сисмәгән, резина бирсәткәләр ҙә кейеп алған. Бер стакан һыу, еп, гәзит һәм өйҙә булған бөтә аҡсаны һорап алып, 60 мең һум аҡсаны гәзиткә төрөп, еп менән урап бәйләгән. Төргәкте шкафҡа һалып, өс көн теймәҫкә ҡушҡан. Һәм өйҙән сығып торорға кәңәш иткән. Хужабикә саҡырылмаған ҡунаҡты тыңлап, уның менән бергә сыҡҡан. Сыҡҡас, ҡыҙына барып, ошо хаҡта һөйләгән. Ҡыҙы уны әрләп ташлаған. Әсәле-ҡыҙлы бергә пенсионерҙың фатирына барып, шкафтағы төргәкте асып ҡарағас, аҡса урынында гәзит кенә ятҡанын күргәндәр...
"Өшкөрөүсе" ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. Был турала Салауаттан И.Хәйбуллина хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.