

11 ай эсендә республикала балалар ҡатнашлығында 426 автомобиль аварияһы теркәлгән. Юл аварияларында 16 бала һәләк булған, 480 бала яраланған. Бер бала юл аша сығып барғанда тапалып үлһә, икенсе бала велосипедта машинанан тапалған. Ҡалған балалар - пассажирҙар...
Дәүләт автоинспекцияһы менән педагогтар водителдәргә балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын һорап мөрәжәғәт итеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өндәй.
Фото: БР ЮХХДИ.