Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2021, 11:26

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында - яңы етәксе

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышы үтте. Бығаса рәйес булып эшләүсе Ғәлим Яҡупов эшенән бушатыуҙы һорап, ғариза яҙған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында - яңы етәксеБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында - яңы етәксе
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында - яңы етәксе

Ул, икенсе эшкә күсеү сәбәпле китәм, тигән. Исполком ағзалары БДБҠ Президиумы тәҡдиме буйынса яңы рәйеслеккә Юлдаш Йосоповты һайлаған.

Юлдаш Мөхәмәт улы - билдәле тарихсы, фән кандидаты, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе. Уның Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы авторҙарының береһе булыуын да беләбеҙ.

"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетын етәкләү минең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Былтыр ҡабул ителгән үҫеш стратегияһын хәҙер ғәмәлгә ашырырға кәрәк", - тигән яңы етәксе.

Юлдаш Йосоповҡа уңыштар теләйбеҙ!

 

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында - яңы етәксе
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында - яңы етәксе
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас