Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2021, 02:00

Ышаныс һәм Өмөт

Бер көн ҡоролоҡтан миктәгән ауыл халҡы ямғыр теләү йолаһын үтәргә сыға. Барыһы ла ҙур майҙанға йыйыла. Тик бер малай ғына ҡулсатыр тотоп килә. Был – ышаныс.

Һеҙ баланы күккә сөйөп уйнатҡанда, ул көлә һәм күҙҙәрен ҙур асып, тирә-яғын да байҡап өлгөрә. Ҡолауын уйлап та бирмәй. Сөнки һеҙҙең уны тотороғоҙҙо белә. Был да – ышаныс.

Һәр кис беҙ ятырҙан алда, иртән имен генә уяныуға бер ниндәй ҙә гарантия булмауға ҡарамаҫтан, будильник ҡуябыҙ. Был – өмөт.

Һәр көн ниндәйҙер пландар ҡорабыҙ, иртәгәге, унан алдағы көндәргә ниәттәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Был – өмөт һәм ышаныс.

Бәй, Ышаныс менән Өмөт гел кешеләр янында икән. Быны беләйек...

 

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас