Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2021, 06:20

Тәмле. Туҡлыҡлы. Ялҡытмай

Әҙерләү өсөн әллә ни күп аҙыҡ-түлек тә кәрәкмәй. Төрөктәр бешерергә ярата уны.

Тәмле. Туҡлыҡлы. ЯлҡытмайТәмле. Туҡлыҡлы. Ялҡытмай
Тәмле. Туҡлыҡлы. Ялҡытмай

Бер баш һуғанды турап, табала ҡыҙҙырырға, шунан өҫтөнә бер эре кишерҙе ныҡ ваҡлап турап һалырға ла, тағы 3 – 4 минут ҡыҙҙырырға.

Артабан ике татлы боросто ваҡлап турап, өҫтәргә. 2 – 3 минут ҡыҙҙырғандан һуң, шаҡмаҡлап туралған дүрт эре картуфты өҫтәп һалып, ҡапҡасын ябып, 5 – 7 минут талғын утта быҡтырырға.

Шул арала 400 г самаһы кәбеҫтәне нәҙек итеп турарға һәм табаға һалырға. Был юлы 10 минут бешерергә.

Тәмләткестәрҙе үҙегеҙ яратҡанса һалығыҙ: тоҙ, ҡара борос, кориандр, паприка. Уларҙы өҫтәгәс, 7 – 8 минут утта тотабыҙ.

Аҙаҡтан ҡойоу өсөн шулай әҙерләйбеҙ:

Йомортҡа – 3 дана

Һөт – 150 мл

Үҫемлек майы – 2 ҡалаҡ

Ҡаймаҡ йә йогурт – 200 гр

Он – 4 ҡалаҡ

Уларҙы бутағас, ҡаймаҡ һымаҡ булырға тейеш. Өҫтөнә йәшел һуған турап һалырға мөмкин.

Табалағы йәшелсәләр бешкәс, уттан алып, бер аҙ ултыртырға һәм болғап, өҫтөнә әлеге “шыйыҡса”ны ҡойорға. Былар барыһы ла тағы 25 минут духовкала бешергә тейеш.

Тәмле. Туҡлыҡлы. Ялҡытмай
Тәмле. Туҡлыҡлы. Ялҡытмай
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас