

41 йәшлек ҡатын интернетта итек һатылыуы тураһында иғлан күреп, һатыусыға шылтырата. Һатыусы уға һылтанма ебәрә, йәнәһе лә, итек өсөн шунда түләргә кәрәк. Һылтанма буйынса шикле сайтҡа барып сыҡҡан ҡатындың шунда уҡ иҫәбендәге аҡсаны урлағандар. Ярай ҙа иҫәбендә ни бары ете мең һум ғына ятҡан. Хәйер, ҡатын өсөн, бәлки, ете мең етмеш меңгә торошло булғандыр.
Зинһар, һаҡ булығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.