Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2021, 15:45

Яңы йыл йәрминкәһе

Өфөлә "ВДНХ-Экспо" күргәҙмә комплексында 15-19 декабрҙә Яңы йыл йәрминкәһе уҙғарыла. Унда Башҡортостандан ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр ҡатнаша.

Яңы йыл йәрминкәһеЯңы йыл йәрминкәһе
Яңы йыл йәрминкәһе

Фермерҙар ит, һөт, икмәк продукцияларын, бәшмәк, бал, еләк, дарыу үләндәрен һата. Йәрминкәлә ҡул эштәре өлгөләре, текстиль, сувенирҙар, биҙәүестәр ҙә һатыла.

Йәрминкәне БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡорт күргәҙмә компанияһы ойоштора.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас