

11 көн дауамында август айы аҙағынан ноябрь аҙағына тиклем гәзиттә сыҡҡан һигеҙ ҡыҙ - Аделина ШӘМСИЕВА, Айгөл НИЗАМОВА, Зөбәржәт ШӘЙМӨХӘМӘТОВА, Ләйлә ШАҺИСОЛТАНОВА, Наҙгөл УЛТРАҠОВА, Таңсулпан ҠУШАҠОВА, Фидалия АЛҒУШАЕВА, Элина ХИЗБУЛЛИНА билдәләнде.
Беренсе урынға Наҙгөл УЛТРАҠОВА сыҡты. Ул үҙенең турала ошоларҙы яҙып үткән булған:
"Хәйбулла районының йәмле Әбүбәкер ауылында бар тәбиғәт йоҡоға әҙерләнгән көҙ мәлендә, ноябрь айында, донъяға килгәнмен. Тиҙҙән ғүмеремдең 18-се көҙөн ҡаршылайым. Мин Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегендә белем алам. Бала саҡтан йырларға, бейергә яратам, думбырала, гитарала уйнайым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм. Мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәйем. Һәр өлкәлә үҙемде һынап ҡарарға тырышам."
Бөгөн “Барыһы ла оҡшатҡан һылыуҡай” һайлап алыу конкурсын башлайбыҙ. Унда миҙгелбикәләрҙән тыш, ҡалған ҡыҙҙар ҡатнашасаҡ.