Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2021, 06:10

Утта янып һәләк булыусылар артҡан

Быйыл янғындарҙа 258 кешенең ғүмере ҡыйылған. 

Утта янып һәләк булыусылар артҡанУтта янып һәләк булыусылар артҡан
Утта янып һәләк булыусылар артҡан

 

Был турала  Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында белдерелде.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, быйыл утта 258 кешенең ғүмере ҡыйылған, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3-кә күберәк. Үлем осраҡтары бигерәк тә сатлама һыуыҡтарҙа, йәки байрамдар мәлендә теркәлә. Алда – Яңы йыл байрамдары, белгестәр был осорҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмаҫҡа саҡыра. Янғын һүндереүселәр ҙә көсәйтелгән режимда эшләй, алдан рейдтар ойошторолоп аңлатыу эштәре алып барыла.

 

Фото:stolicaonego.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас