+22 °С
Дождь


Беҙ туған телебеҙҙә һөйләшергә оялыуҙы еңергә тейешбеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һыҙат күптәребеҙҙә бар, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Туған тел – изге аманат» форумында.
«Минең улымды Белорет районынан бала ҡараусы тәрбиәләшә. Беҙ уны оҙаҡ эҙләп һайлап алдыҡ. Ул туған телебеҙҙе бик яҡшы белә, әлбиттә, улым менән дә башҡортса аралаша. Ә мин улым менән һөйләшә башлаһам, ниңәлер ул ояла. Быны бала саҡтан алып ташларға кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙе ысын башҡорт итеп тойорға һәм кәмендә аралашыу кимәлендә туған телебеҙҙе белергә тейешбеҙ», – тип һөйләне Радий Хәбиров.