Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2021, 15:11

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

10-16 декабрҙә Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында алты юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 11 кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендәПассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 1250-нән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 405 протокол төҙөгән:

25 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

51 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

20 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

Өс водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән һ.б. 

 
Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас