Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2021, 08:20

Мал фермаһында янғын сыҡҡан

Тәтешле районындағы фермала сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә 12 һыйыр һәм ике ат янып һәләк була, тип хәбәр итәләр РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан.

Мал фермаһында янғын сыҡҡанМал фермаһында янғын сыҡҡан
Мал фермаһында янғын сыҡҡан

Янғында кешеләр йәрәхәтләнмәгән һәм үлеүселәр юҡ.

Әле ут тоҡаныу сәбәптәре асыҡлана, фажиғә урынында белгестәр эшләй.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас