

Сара Крупская исемендәге Ырымбур өлкәһенең ғилми китапханаһында үтә. Унда өлкәлә эшләүсе башҡорт ойошмаларының етәкселәре, ҡоролтай рәйестәре, Башҡортостан вәкилдәре ҡатнаша. Ырымбур өлкәһенең Хөкүмәте исеменән Төбәк һәм мәғлүмәт сәйәсәте министрлығының идара етәксеһе Андрей Кафтан сығыш яһаны. Башҡортостан делегацияһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов етәкләй.
- Ырымбурҙа күп һанлы башҡорттар йәшәй. Уларҙың үҙ телен, үҙ мәҙәниәтен, тарихын онотмағаны өсөн рәхмәт әйтке килә. Ә беҙ, Башҡортостан Хөкүмәте, үҙ сиратыбыҙҙа уларға һәр яҡтан ярҙам итергә тырышабыҙ, - тине сәләмләү телмәрендә мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина.
Тарихсылар Марсель Ғүмәров, Фәнил Ишбулатов һәм Нурислам Ҡалмантаев Ырымбур башҡорттарының үткәненә байҡау яһаһа, өлкә башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин үҙ эштәре менән таныштырҙы, 1812 йылғы Ватан һуғышының юбилей сараларына әҙерлек тураһында һөйләне.
