Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2021, 14:48

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 11 енәйәт эше асылған

Сибай ҡалаһында йәшәгән иргә ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, уның исеменә муттарҙың кредит алырға маташыуы, быға юл ҡуймаҫ өсөн аҡсаларҙы "ышаныслы" иҫәпкә күсерергә кәрәклеген аңлатҡан. Аферистарға ышанған ир 2,9 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 11 енәйәт эше асылғанТәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 11 енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 11 енәйәт эше асылған

Өфөлә йәшәгән пенсионер ҡатын иһә 800 мең һумдан ашыуыраҡ кредит алып, муттар исеменә күсергән. 

Муттарҙан һаҡ булығыҙ: тәүлек эсендә генә 16 кешене аферистар алдап, аҡсаларынан яҙҙырған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас