

"БР экспортына ярҙам итеү үҙәге" директоры Илдус Хәлитов әйтеүенсә, Башҡортостанда әле 300-гә яҡын эшҡыуар сит илдәр менән сауҙа мөнәсәбәтендә. Улар виртуаль майҙансыҡтарҙа тиҫтәләрсә мең тауар урынлаштырған. Киләһе йылда резидленттарҙың һанын 500-гә еткереү күҙаллана. Өмөтлө йүнәлештәргә Төркиә инә, ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек тауарҙары өлкәһе лә ҡыҙыҡлы.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостандың Рәсәйҙәге интернет сауҙарыһында лидерлыҡҡа ынтылыуын таныны һәм үҙ ярҙамдарын тәҡдим итте.