Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2021, 06:55

Бөгөн – үрҙәр яулау көнө

Эйе, календарҙа шундай ҙа рәсми булмаған иҫтәлекле дата бар. Үр яулау – киң мәғәнәһендә. Түрәлеккә йә карьера баҫҡысынан үрләү ҙә, тауға менеү ҙә, маҡсатыңа ашҡынып барыу ҙа – һәммәһе лә бергә.

Бөгөн – үрҙәр яулау көнөБөгөн – үрҙәр яулау көнө
Бөгөн – үрҙәр яулау көнө

Гел генә тигеҙҙән барыу, бер генә урында оҙа-ааҡ йылдар эшләү, хатта иң ҡурҡынысы – түбәнгә тәгәрәү – бөгөнгө заман трендтарынан түгел. Кем әйтмешләй, “үрҙә” булыу – яҡшы йәшәү тигәнде аңлата. Тик унда үрмәләү өсөн намыҫлы юлдар һайлағыҙ. Рәхәт булмаҫ, әммә һөҙөмтәһенә ҡыуанырһығыҙ.

Тауға менеү ҙә шулай. Әгәр ҡайһылыр түбәгә менгегеҙ килһә, ҡурҡып тормағыҙ. Аҫтан, тау итәгенән ҡарағанда, ғәләмәт бейек кеүек. Менә бара, менә бара икенсе һулышығыҙ асылыр. Хатта ике аяғын юғалтҡан яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев та хәтәр бейеклекте яуланы.

Алға, яҡты үрҙәргә, йәмәғәт!

Фото: Автор фотоһы.

Бөгөн – үрҙәр яулау көнө
Бөгөн – үрҙәр яулау көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас