

Һалымды 1 декабргә тиклем түләп ҡуйырға кәрәк ине. Ошо датаның икенсе көнөнә һеҙ бурыслы булып һаналаһығыҙ. Түләргә тейешле суммаға 0,025 процентына тиң пеня иҫәпләнә башлаясаҡ. Мәҫәлән, бурысығыҙ 1000 һум булһа, пеня көнөнә – 25 тин, айына 7,5 процент тәшкил итәсәк. Әгәр кешенең 10 мең һумдан ашыу һалым бурысы йыйылһа, уның сит илгә сығыу хоҡуғы сикләнә. Милкенең бер өлөшө тартып алынып, һатылыуы ихтимал.
Фото:ulan.mk.ru