Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2021, 09:55

Ҙур саралар көтә

Бөгөн Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан вәкиллегендә  Ижтимағи советтың ултырышы үтте һәм киләһе йылға эш пландары билдәләнде.

Ҙур саралар көтәҘур саралар көтә
Ҙур саралар көтә

 Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры, Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров алып барҙы.

Киләһе йылға ассамблеяның пландары ҙур. Андрей Назаров 2022 йылдың яҙында Евразия халыҡтары ассамблеяһы көндәрен үткәреү пландары менән уртаҡлашты.

– Был мәртәбәле сара сиктәрендә «Евразиада – 2025» презентацияһы, Башҡортостандың туристик урындары буйынса матбуғат туры планлаштырылған. Бынан тыш, халыҡ-ара һәм төбәк-ара гуманитар һәм эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә, нығытыуға йүнәлтелгән эшлекле һәм ижади саралар үтәсәк. Ултырышта «Башҡортостан дуҫтар таба. Ломбардия төбәге» түңәрәк өҫтәле үтте. Уны Италия менән эшлекле һәм фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлек комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәйев үткәрҙе. «Түңәрәк өҫтәл»дә  Италия вәкилдәре – эре эшҡыуарҙар Андреа Беттони, Роберто Бертоцци ҡатнаштылар.

    Комитет тарафынан 2022 йылға эш планы ла раҫланды. Киләһе йыл майҙа «Италияла Башҡортостан Республикаһы көндәре» үтәсәк. Мәртәбәле сарала Италия менән Башҡортостандың мәҙәни саралары, сәнғәт коллективтары сығышы, эшлекле даирәләр менән конференция үткәреү,хеҙмәттәшлек итеү буйынса  ике яҡлы инвестиция  килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу ҡаралған.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас