Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2021, 10:14

Тимераяҡтарығыҙҙы үткерләнегеҙме?

Был ҡышта Өфөлә бик күп хоккей майҙаны һәм каток әҙерләнгән. Хәйер, әлеге көндәрҙә бөтә ҡала буйынса боҙ өҫтөнән “еләбеҙ”.

Тимераяҡтарығыҙҙы үткерләнегеҙме?Тимераяҡтарығыҙҙы үткерләнегеҙме?
Тимераяҡтарығыҙҙы үткерләнегеҙме?

Ә ял итеп, рәхәтләнеп шыуа торған, сәкән һуға торған майҙандар һанына килгәндә, Өфө ҡалаһы хакимиәтенән әйтеүҙәренсә, 89 хоккей “ҡумтаһы”, 30 һырғалаҡ яһағандар. Улар төрлө паркта, стадионда, өй янындағы майҙандарҙа урынлашҡан. Иртәгә, йәғни 16 декабргә, барыһы ла халыҡты ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ.

Дим районында – өс каток, биш хоккей майҙаны

Калинин районында – 11 хоккей майҙаны, 2 каток

Киров районында – 16 хоккей уйнау урыны, 8 каток

Совет районында – 14 хоккей майҙаны, 2 каток

Ленин районында – 3 каток, 12 хоккей майҙаны

Октябрь районында – 20 хоккей майҙаны, 10 каток

Орджоникидзе районында – 11 хоккей коробкаһы, 2 каток

 

Бынан тыш, Ағиҙел буйындағы һырғалаҡта күп сара үткәреү ҡаралған. Ул да тиҙҙән асыласаҡ.

 

Фото: Өфө хакимиәте сайтынан.

Тимераяҡтарығыҙҙы үткерләнегеҙме?
Тимераяҡтарығыҙҙы үткерләнегеҙме?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас