

Яңы фельдшер пункты 500-ҙән ашыу кешеһе булған ауылды хеҙмәтләндерәсәк. Сиратта Аҡназар һәм Маҡан ауылында ошонда уҡ модулле ФАП-тарҙы монтажлау тора. Һәр медицина учреждениеһының хаҡы 3,2 млн һум тәшкил итә.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостан 2019 – 2020 йылдарҙа 139 яңы фельдшер-акушер пунктына, дүрт ауыл амбулаторияһына һәм 28 күсмә медицина комплексына эйә булды.
Быйыл республика биләмәһендә 73 модулле ФАП урынлаштырылды. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 270 млн һум аҡса бүленде.