Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2021, 10:39

Сабыйҙарға шатлыҡ һәм ҡыуаныс!

Салауат театры байрам спектаклдәрен бушлай ҡуясаҡ.

Сабыйҙарға шатлыҡ һәм ҡыуаныс!Сабыйҙарға шатлыҡ һәм ҡыуаныс!
Сабыйҙарға шатлыҡ һәм ҡыуаныс!

Салауат драма театры коллективы мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бушлай спектакль әҙерләй. Артистар балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен «Театр инвалид сабыйҙарға» тип исемләнгән байрамға саҡыра. 

Тәүге бушлай иртәлек 22 декабрҙә уҙасаҡ, унда 37 сабый ҡатнашасаҡ. Әлеге ваҡытта яҡынса исемлек төҙөлә: тамашаға үткән байрамға килә алмаған йә быға тиклем бөтөнләй театрҙа булмаған сабыйҙар саҡырыла. Ғөмүмән, бындай саралар 20-һенән 30 декабргә тиклем дауам итәсәк. 

«Спектаклдәр иртәнге сәғәт унда, төшкө сәғәт ун икелә, икелә, һәм дүрттә күрһәтеләсәк. Льготалы билет артынан кассаға мөрәжәғәт итегеҙ. Телефон һандары: 33–06–51», – тип белдерә театр хеҙмәткәре Альбина Ғәлиуллина.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас