Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2021, 08:30

Пассажирҙар ташыу - мөрәжәғәттәрҙә төп темаларҙың береһе

Бөгөн БЮТ телеканалындағы “Сәләм” тапшырыуында #ЦУРБашкортостан пассажирҙар ташыу өлкәһендәге хәлдәрҙе барланы.

Пассажирҙар ташыу - мөрәжәғәттәрҙә төп темаларҙың береһеПассажирҙар ташыу - мөрәжәғәттәрҙә төп темаларҙың береһе
Пассажирҙар ташыу - мөрәжәғәттәрҙә төп темаларҙың береһе

- Автобустың туҡталышҡа килеүен «Аҡыллы транспорт» мобиль ҡулланмаһы аша ҡарап белергә була.

- Баш ҡала халҡы 290-сы маршрут автобусы эше менән ҡәнәғәт булмауы тураһында социаль селтәрҙәргә яҙған ине. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең системалары маршрут автобустарын оҙаҡ көтөү ауырлығын теркәп ҡуйҙы.

- Барлыҡ мөрәжәғәттәр Минтранс һәм Өфө ҡала хакимиәте тарафынан тикшерелде. Әле бөгөн 45 автобус эшләй, улар араһындағы ваҡыт аралығы уртаса 5 минут. Ваҡыт интервалы тейешенсә, ә автобустың халыҡ менән тулыуы 2-3 балл (бөтәһе 5 балл).

- Әлбиттә, автобустарҙың графиктан тайпылыу ла мөмкин. Сәбәптәре - юлдағы тығындар, һауа торошо йә иһә транспорттың боҙолоуы. Был осраҡта Башавтотранс проблеманы тиҙ арала хәл итә.

- Ҡала-ара транспорты буйынса яҡшы яңылыҡтар ҙа бар. Йәй миҙгелендә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылы халҡы Өфөгә транспорттың булмауы тураһында күп яҙҙы. Был һорау мөһим, сөнки күбеһе баш ҡалала уҡый йә иһә эшләй. Был мәсьәлә Минтранс менән бергәләп ыңғай хәл ителде: октябрь айынан «Башавтотранс» Өфө - Иҫке Ҡыйышҡы араһында яңы маршрут асты.

#ЦУРБашкортостан системалары ике аҙна эсендә киләһе статистика мәғлүмәттәрен күрһәтте:
- транспорт йөрөшө буйынса – 111;
- автобус күләме буйынса - 44;
- яңы маршрут асыу - 35

- Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - рус телендә “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙар көн һайын 8.40 сәғәттә, башҡорт телендә - шишәмбе, кесаҙна 8.10 сәғәттә бара.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас