

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, тематик аҙналағы саралар Башҡортостан менән бергә илебеҙҙең иҡтисады үҫешенә этәргес көс буласаҡ, эшҡыуарҙарға һәм бар бизнесҡа һанлы үҙгәреш,технологик эволюция, халыҡ-ара кооперация өлкәһендәге күп һорауҙарға аныҡлыҡ индерәсәк.
Форумдың эшлекле программаһы дүрт көнгә һуҙылған, һәр береһендә темаға ярашлы пленар ултырыштар ҡаралған:
Форумда шулай уҡ «ТЭФИ-Капитал» һәм төбәк бизнес-премияһын тапшырыу, «Soul of Eurasia» халыҡ-ара музыка конкурсын күрһәтеү, "Йыл экспортсыһы", "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары - 2021" конкурстары еңеүселәрен тәбрикләү, "Өфө" индустрия паркын асыу, "Инвестиция сәғәте" форматында БР Инвестициялар комитетының юбилейлы ултырышын үткәреү ҡаралған.
Ҡунаҡтарҙың Ҡаҙағстан, Беларусь, Тажикстан, Үзбәкстан Республикаларынан, Төркиәнән һәм башҡа илдәрҙән килеүе көтөлә.