Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2021, 12:54

Башҡортостан халҡы ялған яңылыҡтарҙың төп сығанаҡтарын атаны

«Диалог» ойошмаһы менән Интернет-технологияларының төбәк йәмәғәт үҙәге халыҡтың төрлө мәғлүмәт ресурстарына ышаныс кимәлен асыҡлар өсөн тикшереү үткәргән. Онлайн тикшереүҙә Башҡортостан халҡы ла ҡатнашҡан. Ялған яңылыҡтарҙың төп сығанаҡтары итеп кешеләр онлайн-киң мәғлүмәт сараларын (74%), телевидение менән традицион баҫмаларҙы (64%), социаль селтәрҙәрҙе (38%) атай. Мессенджерҙар был исемлектә бик ныҡ ҡалыша. Ә бына дуҫтарҙы, туғандарҙы, таныштарҙы ялған яңылыҡ сығанағы тип күреүселәр ни бары 5%.

Башҡортостан халҡы ялған яңылыҡтарҙың төп сығанаҡтарын атаныБашҡортостан халҡы ялған яңылыҡтарҙың төп сығанаҡтарын атаны
Башҡортостан халҡы ялған яңылыҡтарҙың төп сығанаҡтарын атаны

Күпселек (63%) социаль селтәрҙәрҙә ялған яңылыҡтың таралыуы оло хәүеф тыуҙыра, тип иҫәпләй. Шулай уҡ граждандар ялған хәбәр кешеләрҙең башын бутай (28%), уны дөрөҫлөктән айырып булмай (20%) , ул паника тыуҙыра (11%) тигән фекерҙә.

Ялған мәғлүмәттәргә ҡаршы көрәшер кәрәк һәм был Республика менән идара итеү үҙәге бурыстарының береһе.

Республика менән идара итеү үҙәге белдереүенсә, иң күп фейк яңылыҡтар Рәсәйҙәге сәйәси хәлдәр, шоу-бизнесҡа бәйле таратыла. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, донъялағы сәйәси хәл, иҡтисадҡа ҡағылышлы ла ялған хәбәрҙәр күп.

Әйткәндәй, белә-күрә ялған хәбәр таратыу 10 миллион һумға тиклем штраф һәм биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү менән янай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас