Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2021, 14:07

Юл фажиғәләре - 12 декабрь

Кисә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, дүрт кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 12 декабрьЮл фажиғәләре - 12 декабрь
Юл фажиғәләре - 12 декабрь

Кисен Әбйәлил районында, Асҡар-Дәүләт автоюлының икенсе саҡрымында, 60 йәшлек водитель "Volvo 440" машинаһында 58 йәшлек ирҙе үлемесле тапаған. Йәйәүле юлға кинәт килеп сыҡҡан, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған... Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Тәүлек эсендә 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 40 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 12 декабрь
Юл фажиғәләре - 12 декабрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас