Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2021, 08:29

Радий Хәбиров Ишембай районы башлығы тураһында хәбәр итте

Бығаса хакимиәт башлығы булып эшләүсе Азамат Абдрахманов Өфөгә күсеп, уның урынына Азат Ишемғолов ҡалғайны.

Радий Хәбиров Ишембай районы башлығы тураһында хәбәр иттеРадий Хәбиров Ишембай районы башлығы тураһында хәбәр итте
Радий Хәбиров Ишембай районы башлығы тураһында хәбәр итте

Хәҙер Азат Альберт улы рәсми рәүештә - хакимиәт башлығы. Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оперативкаһында ошо турала белдерҙе.

Азат Ишемғолов Өфөлә тыуған. БДУ-ны тамамлаған. Хеҙмәт биографияһында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай секретариатында эшләүе тураһында ла яҙма бар. Ишембай районы хакимиәтенә 2019 йылда барғайны. Ул хакимиәт башлығы урынбаҫары булды.

Азат Альберт улына яуаплы эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ. 

Фото: "Башинформ"

 
Радий Хәбиров Ишембай районы башлығы тураһында хәбәр итте
Радий Хәбиров Ишембай районы башлығы тураһында хәбәр итте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас