

Өфөлә йәшәгән 53 йәшлек ҡатын да муттың һүҙенә ышанып, күпкә өмөт итеп, әҙҙән мәхрүм ҡалған. Билдәһеҙ ир, ҙур бер предприятиеның акцияларында аҡса эшләргә мөмкин, тип алдап, ҡатындың шәхси мәғлүмәттәрен, банк иҫәбенең реквизиттарын һорап алған. Һөҙөмтәлә ҡатын 54 мең һум аҡсаһынан яҙған.
24 йәшлек егет тә ялған "банк хеҙмәткәренең" тоҙағына ҡабып, аферисҡа ике йөҙ мең һум аҡсаһын күсергән.
Башҡаларҙың хатаһын ҡабатламағыҙ, дуҫтар!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.