Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2021, 07:40

Күршеләрен һыу баҫҡан

Ә был ваҡытта оло йәштәге фатир хужаһы үлеп ятҡан.

Күршеләрен һыу баҫҡанКүршеләрен һыу баҫҡан
Күршеләрен һыу баҫҡан

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар Өфөнөң Октябрь проспектындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә оло йәштәге ҡатындың мәйетен таба. Билдәле булыуынса, ул үҙ фатирында үлеп ята. Уның күршеләре фатирҙарын һыу баҫыуын, ә оло йәштәге инәйҙең ишек асмауын ҡотҡарыусыларға шылтыратып әйтә. 81 йәшлек ҡатындың ишеген емереп инергә тура килә. Фатирҙа бешеп йәрәхәтләнгән мәйет табыла. Белгестәр фаразлауынса, аш-һыу бүлмәһендә ут сыҡҡан һәм фатир хужаһы уны һүндерергә маташҡан. Тик ҡыҙғанысҡа күрә, һөрөм еҫенән аңын юғалтҡан.
Әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана, тикшереү дауам итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас