

2021 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең Ҡораллы көстәренә Башҡортостандан дүрт меңдән ашыу һалдат юлланасаҡ. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә республиканың йыйылыу пункты тураһында төрлө имеш-мимеш хәбәр таралғайны. Барыһын да асыҡлау маҡсатында бер төркөм журналист әлеге пукнтта булды һәм барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Хәрби хеҙмәткә алыныусыларға ҙур корпус бүленгән. Егеттәр тәүҙә хәрби кейем алмаҫ элек урындаҡтарҙа йоҡлай. Күрәһең, ҡайһы бер ата-әсәләр ошоно ҡаҡ таҡта менән бутаған. Фотоһүрәттән дә күренә, шарттар бик үк насар түгел: һәр саҡырылыусыға түшәк кәрәк-ярағы, яҫтыҡ, юрған бирелә.
Һалдат билбауын таҡҡандар иһә айырым йәшәй. Улар карауатта йоҡлай. Ә туҡланыу барыһы өсөн дә бер үк: көнөнә өс тапҡыр эҫе аш бирелә (фотола), шулай уҡ менюла сөгөлдөр салаты, тауыҡ ите, ярма бутҡалары, икмәк, сок һәм кәнфиттәр бар.
«Һалдаттар барыһын да ашап бөтә. Әлбиттә, уларға бер кем дә шешлек әҙерләп ҡуймаған. Бөтә ризыҡ юғары калориялы, нормаға ярашлы әҙерләнә», – ти ашхана идарасыһы Гөлнара Сорокина.
Хәрби комиссариат начальнигы урынбаҫары Спартак Джикаев социаль селтәрҙәге ғауғаны аңлап етмәгән:
– Ҡаҡ карауатта йоҡлайҙар, тип яҙғандар. Бында ла шулай уҡ бөтәһе лә норма буйынса әҙерләнә. Һәр кем түшәк кәрәк-ярағы менән тәьмин ителә. 300 һумлыҡ һыу тураһында хәбәр ҙә – уйҙырма. Бер нисә йыл инде пункт биләмәһендә магазин булғаны юҡ. Һәр казармала ҡайнатылған һыу менән бактар тора. Ул даими яңыртыла, бер кем дә һыу һатып алып эсмәй, – ти ул.
Ә бына һалдаттарҙың йыйылыу пунктында аҙналап ятыуы хаҡында хәбәр дөрөҫкә сыҡты. Ысынлап та, пандемия арҡаһында егеттәргә оҙағыраҡ көтөргә тура килә. Мәкерле сир таралыуға юл ҡуймау маҡсатында буласаҡ һалдаттарҙы оҙатыу ҙа тыйыла.