

Эңер мәлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 27 йәшлек егет "Лада Калина" машинаһында 50 йәшлек ҡатынды төрттөргән. Йәйәүле дауаханаға оҙатылған.
Кисен Стәрлетамаҡ районында 67 йәшлек ҡатын "Лада Калина" машинаһында ҡаршы килгән "Лада Гранта"ға барып бәрелгән. "Гранта"ның 29 йәшлек водителе һәм пассажиры, Стәрлетамаҡтан 25 йәшлек егет, яраланған. Шулай уҡ "Калина"ның да водителе дауаханаға эләккән.
Тәүлек эсендә ике меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.