Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2021, 08:25

Уҡыусылар менән уҡытыусылар ҙа ауырый

Пандемия башланғандан алып республикала 112 мең 679 ковид менән ауырыу осрағы теркәлгән.

Уҡыусылар менән уҡытыусылар ҙа ауырыйУҡыусылар менән уҡытыусылар ҙа ауырый
Уҡыусылар менән уҡытыусылар ҙа ауырый

  Тәүлек эсендә тағы ла 573 кешенең был ауырыу менән сирләүе асыҡланған.   Әлеге ваҡытта 7088 мең кеше  ковидтан дауаланыу курсы үтә, шуларҙың 393-ө — дауаханала.     102 пациент ауыр хәлдә,   ете кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. Шулай уҡ  уҡытыусылар менән уҡыусылар араһында ла  ковид менән ауырыусылар асыҡланған.  621 пациент һауығып, дауахананан сыҡҡан.

  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә мәкерле сир тағы 34 кешенең үлеменә сәбәпсе булған. Бөтәһе республикала ковидтан 3890 кешенең үлеүе билдәле.

Фото:Т.Аманов.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас