Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2021, 09:50

Туғыҙ кешене атып үлтергән Ғәләүиев ғәйебен таныған, ҡылығына үкенгән...

11 майҙа Ҡазан мәктәбендә атыш ойошторған йәш енәйәтсене РФ Енәйәт кодексының дүрт статьяһы буйынса хөкөм итәсәктәр.

Туғыҙ кешене атып үлтергән Ғәләүиев ғәйебен таныған, ҡылығына үкенгән...Туғыҙ кешене атып үлтергән Ғәләүиев ғәйебен таныған, ҡылығына үкенгән...
Туғыҙ кешене атып үлтергән Ғәләүиев ғәйебен таныған, ҡылығына үкенгән...

Рәсәйҙең Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Илназ Ғәләүиев ғәйебен тулыһынса таныған, ҡылығына үкенгән. Психолог-психиатрия экспертизаһы уның енәйәт эшләгәндә үҙ аҡылында булыуын асыҡлаған.

Ете баланы, ике өлкән кешене үлтергән, йәнә 20 кешене яралаған был әҙәм хәҙер түбәндәге статьялар буйынса яуап бирәсәк: 105-се, 2-се өлөшө, 167-се, 2-се өлөшө, 222-се, 1-се өлөшө, 223-сө, 1-се өлөшө.

Тәфтиш комитетынан шуны ла белдергәндәр: был фажиғә Ғәләүиевтың интернетта күргән “неформалдар”ға оҡшарға тырышыуы арҡаһында килеп сыҡҡан.

 

Фото: “Известия”нан.

Туғыҙ кешене атып үлтергән Ғәләүиев ғәйебен таныған, ҡылығына үкенгән...
Туғыҙ кешене атып үлтергән Ғәләүиев ғәйебен таныған, ҡылығына үкенгән...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас