Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2021, 13:40

Иртән уянып сабыйын ҡараһа...

Бәләбәй районында ҡот осҡос хәл булған.

Иртән уянып сабыйын ҡараһа...Иртән уянып сабыйын ҡараһа...
Иртән уянып сабыйын ҡараһа...

Бәләбәй районы ауылдарының береһендә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында өс айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлгән. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән бәпес төндә илап уяна. Әсә уны сәңгелдәктән алып бәүетә һәм ире менән икәүһенең араһына йоҡларға һала. 

Иртәнге сәғәт биштә ҡатын сабыйының йәнһеҙ килеш ятыуын асыҡлай. Тормош иптәшен, ата-әсәһен уятып, «Тиҙ ярҙам» машинаһы саҡыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йортҡа килгән табиптар малайҙың үлемен теркәй. 

Билдәле булыуынса, сабый яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән, ата-әсәһе учетта тормаған. Бынан тыш, мәктәп йәшендәге ике балалары бар. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү үткәрә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас