Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2021, 10:20

«Аҡмулла диктанты»нан ситтә ҡалмайыҡ, милләттәштәр!

14 декабрь күренекле мәғрифәтсе, шағир һәм сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығы билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт педагогия университеты 10-12 декабрҙә мәғрифәтселек акцияһын уҙғара.

«Аҡмулла диктанты»нан ситтә ҡалмайыҡ, милләттәштәр!«Аҡмулла диктанты»нан ситтә ҡалмайыҡ, милләттәштәр!
«Аҡмулла диктанты»нан ситтә ҡалмайыҡ, милләттәштәр!

Билдәле сәбәптәр арҡаһында сара ситтән тороп уҙғарыла. Диктанттың маҡсаты – Башҡортостанда Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын таратыу һәм танытыу, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Сарала, йәшенә, белеменә, йәшәү урынына, гражданлығына ҡарамайынса, һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә.

Диктант барыһы 30 һорауҙан тора. Унда ҡатнашыу өсөн https://bashdict.ru сайтына инергә һәм «Пройти Диктант» төймәһенә баҫырға кәрәк. Диктант 10 декабрҙән 12 декабргә тиклем уҙғарыла. Акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат бирелә. Диктанттың дөрөҫ яуаптары 14 декабрҙә башҡорт филологияһы факультетының рәсми сайтында баҫыласаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас