Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2021, 15:31

Юл фажиғәләре - 8 декабрь

Кисә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, һигеҙ кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 8 декабрьЮл фажиғәләре - 8 декабрь
Юл фажиғәләре - 8 декабрь

Иртән сәғәт унынсыла Бәләбәй районында 35 йәшлек ир "Лада Калина" машинаһында 70 йәшлек ҡатынды тапаған. Йәйәүле дауаханала йән биргән. Водитель, әйткәндәй, йәйгеһен спиртлы эсемлектәр эсеүгә медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡаны өсөн танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. 

Кисен Шишмә районында Октябрьский ҡалаһынан 27 йәшлек егет идара иткән "Audi A6" менән 43 йәшлек ир идара иткән "Hyundai Santa Fe" машиналары бәрелешкән. Ике водитель дә дауаханаға оҙатылған. Бер аҙҙан "Hyundai"ҙың водителе реанимация бүлегендә тын алыуҙан туҡтаған.

"Audi A6" машинаһы водителе һаманғаса йәйге резинала йөрөгән.

Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 


Тәүлек эсендә 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 24 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас