

Вице-премьер – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим хәбәр итеүенсә, прививкалау кампанияһы буйынса Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош, Өфө, Кушнаренко, Стәрлебаш һәм Ҡариҙел райондары лидерҙар иҫәбендә. Унда вакцина эшләтергә тейешле кешеләрҙең 100 проценты прививкаланған. Бөрйән районы менән Сибай ҡалаһы иһә вакциналау буйынса артта ҡала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирустан прививканы регистратура аша алдан яҙылып поликлиникала йә «Дәүләт хеҙмәте» порталы аша яҙылып, 183 вакциналау пунктында эшләтергә мөмкин.
Фото:Т.Аманов.