Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2021, 16:18

Тәүлек эсендә муттар 15 кешене алдаған

Өфөнән 34 йәшлек ҡатын «Инстаграм»да яһалма шыршылар, уйынсыҡтар һатҡан интернет-магазинға тап булғас, уның һатыусыһы менән һөйләшеп, үҙенә оҡшаған тауарҙы һайлап алған да, өйөнә килтереү хаҡын да бер юлы түләп, туғыҙ мең һумды һатыусы иҫәбенә күсергән. Аҡса күсеү менән һатыусы бәйләнештән юғалған. Шул уҡ муттарҙың тоҙағына тағы бер ир кеше эләккән: ул ике шыршы өсөн 13 мең һум аҡса күсергән, әммә тауар уға килеп етмәгән.

Тәүлек эсендә муттар 15 кешене алдағанТәүлек эсендә муттар 15 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 15 кешене алдаған

Дәүләкән районында йәшәгән 62 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтыратып, улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны, уны төрмәгә ултыртмаһындар өсөн аҡса түләр кәрәк, тип алдаған. Әсә кеше иҫәбендә булған бөтә аҡсаны - ун мең һумды - ир әйткән иҫәпкә күсергән. Шунан һуң ғына улына шылтыратып, алданыуын аңлаған... 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас