Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2021, 10:55

Халыҡ кәсептәренең иң матур өлгөләре күрһәтеләсәк

  15 – 19 декабрҙә Мәскәүҙә ХХХ “Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” Рәсәй халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһе үтә.

Халыҡ кәсептәренең иң матур өлгөләре күрһәтеләсәкХалыҡ кәсептәренең иң матур өлгөләре күрһәтеләсәк
Халыҡ кәсептәренең иң матур өлгөләре күрһәтеләсәк

Күргәҙмәлә Башҡортостандан 20 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты үҙ эштәрен тәҡдим итә.

  Төбәктең коллектив стендында ағас, керамика, фарфор,ҡағыҙ, пластик, тәбиғи таштан, һөйәк, күндән әҙерләнгән үҙенсәлекле әйберҙәр урын аласаҡ. Бынан тыш, оҫталар күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы бал, шәл, республика символикаһы менән биҙәлгән этник әйберҙәр кеүек билдәле милли брендтар менән таныштыра.

Республика эшҡыуарҙарының күргәҙмәлә ҡатнашыуы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

 “Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһендә барыһы 1,5 мең экспонат ҡатнашыуы көтөлә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас