

Бөгөн Каринэ Хәбирова тыуған көнөн билдәләй. Ул үҙен сәскә гөлләмәләре менән ҡотлаусыларға теләктәрен еткерҙе.
- Сәскәләр урынына Өфө хосписындағы балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам итә алаһығыҙ. Һеҙ миңә гөлләмә алырға йыйынған сумманы уларҙың иҫәбенә күсерһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр ине, ә миңә комментарийҙарҙа сәскә ебәрһәгеҙ ҙә етә, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Шулай уҡ ғүмер байрамында уға сәскәләрҙе күп бүләк итеүҙәрен, әммә гөлләмәне ул дауаханаларҙағы, көрсөк үҙәктәрендәге пациенттарға һәм табиптарға алып барып бүләк итеүен дә әйтте.
- Бөгөн минең теләгемде үтәһәгеҙ, иң бәхетле кешеләрҙең береһе буласаҡмын! Был көндө һеҙ ярҙам күрһәткән ойошмаларҙан килгән шатлыҡлы хәбәрҙәрҙе лә социаль селтәремдә ҡуясаҡмын. Уларға үҙем дә ярҙам итәсәкмен. Һеҙҙең һәр берегеҙҙе лә яратам! – тип яҙа Каринэ Хәбирова.
Фото: Т. Аманов