

Бының өсөн дөрөҫ мебель һайлау ҙа, төҫтәр гаммаһы ла ҙур роль уйнай.
Бәләкәй бүлмәлә ҡараңғы тондар булырға тейеш түгел.
Тәҙрәгә ҡорғандар һайлағанда яҡты төҫтәргә, еңел туҡымаларға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Бүлмәгеҙ иркен булып күренһен тиһәгеҙ, бер яҡ стенаға шкаф ҡуйып, уның ишектәрен көҙгөнән эшләтегеҙ.
Мебелдең аяҡтары булырға тейеш. Иҙән күренгән һайын, бүлмә ҙурыраҡ күренә.
Обойҙарҙағы вертикаль һүрәттәр ҙә бүлмәне « ҙурайта».
Яҡтылыҡ лампочкалары бер нисә урында булырға тейеш. Мөйөшкә торшер ултыртыу ҙа бүлмәне иркенәйтеп ебәрә.
Фото:mykaleidoscope.ru