

Кисә «Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә мәғариф министрының ҡатнашлығында тура эфир үткәрелде. Айбулат Вәкил улы мәғарифҡа, мәктәп һәм балалар баҡсаларының төҙөлөшөнә, уҡытыу системаһына бәйле һорауҙарға яуап ҡайтарҙы, маҡсаттар һәм пландар менән уртаҡлашты.
Эпидемиологик хәлде иҫкә алып, был юлы ла ҡышҡы каникулдар оҙайтыла. Яңы йылда уҡыусылар 17 ғинуарҙа мәктәп барасаҡ. Балаларҙың сирләмәүен теләйбеҙ.