Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2021, 21:19

Водителдәр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Көн боҙолғанда юлда ауыр хәлдә тороп ҡалған водителдәргә ярҙамға РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан күсмә йылытыу пункттары әҙерлек хәленә килтерелгән.

Водителдәр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Водителдәр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Пунктты асып ҡороу ваҡыты -15 минут. Һәр пункт бер юлы егерме кешене һыйҙыра. Ул ҡотҡарыу ҡорамалдары, медицина кушеткаһы һәм аптечка, мейес, йылы кейем, кеҫә телефондарын зарядлау өсөн ҡулайламалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. 

Юлда бәләгә тарыһағыҙ, 112 номеры буйынса шылтыратып ярҙам һорағыҙ! Имен юлдар барығыҙға ла!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Водителдәр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Водителдәр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: